МОБУ СОШ им.А.П.Мигунова д. Сарышево (информационный канал)
Образование · 15 октября 2026 г.
‼Бөгөн Һарыш мәктәбе уҡытыусылары коллектив менән "Көнгәк" гәзитенә яҙылды.
‼Бөгөн Һарыш мәктәбе уҡытыусылары коллектив менән "Көнгәк" гәзитенә яҙылды. Почта хеҙмәткәре Хәлиҙә Аҡсулпанова, иң беренсе белем усағы етәксеһе Салауат Ғәйнетдин улы Килдебаевҡа квитанция тултырҙы. Ул үҙенең хеҙмәттәштәре өсөн абруйлы миҫал булып тора, сөнки гәзиткә яҙылыу — был тыуған яҡтың тормошон, яңылыҡтарын һәм мәҙәниәтен даими күҙәтеү тигән һүҙ. Мәктәп уҡытыусылары ошо ғәмәлдәре менән йыл һайын райондың башҡа мәктәптәре коллективтарына, ауылдаштарына үрнәк күрһәтә. Беҙ, "Көнгәк" гәзите хеҙмәткәрҙәре, үҙ сиратыбыҙҙа, уларға ысын күңелдән рәхмәт әйтәбеҙ һәм еңел булмаған эштәрендә уңыш, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете һәм тыныс тормош теләйбеҙ!