МОБУ СОШ им.А.П.Мигунова д. Сарышево (информационный канал)
Образование · 20 октября 2026 г.
❓ Рәсәйҙә мәктәп ашнаҡсыһына берҙән-бер һәйкәл ҡайҙа ҡуйылған, беләһегеҙме?
❓ Рәсәйҙә мәктәп ашнаҡсыһына берҙән-бер һәйкәл ҡайҙа ҡуйылған, беләһегеҙме? ✅Баш ҡалабыҙ Өфөлә! Нәҡ белем усаҡтарында ризыҡтар бешергән оҫталарға арналған һәйкәл 2022 йылда асылған. 📍 Ул Өфөнөң Ғафури урамында урынлашҡан 35-се белем биреү үҙәге алдында тора. Эргәлә генә Телеүҙәк, Салауат майҙаны. 🔹 Мәктәп ашнаҡсыларына һәйкәлде Балалар һәм диетик туҡланыу үҙәге башланғысы менән скульптор Андрей Асерьянц эшләгән. Уның бейеклеге 3 метр тирәһе, ауырлығы - 350 килограмм. "Аша, үҫ, уҡы" тигән яҙыуы бар. 🔹 2026 йылдың мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда 512,3 мең мәктәп уҡыусыһы бар. Балаларыбыҙға тәмле ҡайнар аш әҙерләгән ашнаҡсыларға рәхмәт белдерәбеҙ🥰 Ғөмүмән, тәмле-тәмле ризыҡтар әҙерләгән һәр ашнаҡсыны һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ! 🎉🎉🎉