Йәйге каникулдар башланыу менән Шамонин ауылы мәктәбендә башҡорт телендә иркен аралашҡа... — 11 июня 2026 г. в 15:01:38.757
Йәйге каникулдар башланыу менән Шамонин ауылы мәктәбендә башҡорт телендә иркен аралашҡан, төрлө олимпиадаларҙа, мәктәп сараларында һәм конкурстарҙа ҡатнашыусы балалар өсөн «Йәйләү» лагеры эшләне. Лагерҙың төп маҡсаты — балаларҙың башҡорт телендә аралашыу күнекмәләрен нығытыу, башҡорт халҡының мәҙәни мираҫына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу. . Һәр көн асыҡ һауала башҡорт көйҙәренә физик күнекмәләр эшләүҙән башланды. Төрлө башҡорт халыҡ уйындары, интеллектуаль уйындар, өҫтәл уйындары уйнаны. Һәр көн балаларҙы тәмле иртәнге һәм төшкө аш көтөп торҙо. Балаларға «Урал батыр» эпосының йөкмәткеһе, тарихы тураһында әңгәмә ҡоролдо. Лагерға Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрынан һәм Ҡурсаҡ театрынан артистар сығыш яһаны. . Балалар яңы дуҫтар тапты, башҡортса иркенерәк һөйләшә башланы, күбеһе киләһе йылға ла лагерға килергә вәғәҙә бирҙе. #йәйләү

