Хөрмәтле уҡытыусылар
Хөрмәтле уҡытыусылар һәм мәғариф ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрам -Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайым! "Уҡытыусы” һүҙе ниндәй генә телдә әйтелһә лә, оло хөрмәт һәм ихтирамға сорналып яңғырай. Һәр кемебеҙҙең йөрәгендә ул ҡәҙерле, ғәзиз кешеләребеҙ рәтенә ҡуйыла. Уҡытыусы – Ватаныбыҙҙың киләсәген тәрбиәләгән, ил ғорурлығы һәм таянысы. Уҡытыусы – ябай һөнәр түгел, ул – бала күңеленең белгесе. Хөрмәтле уҡытыусылар! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыныс күк йөҙө теләйем! Уҡыусыларығыҙҙың шат йылмайыуы күңелдәрегеҙгә көн дә йылы өләшһен, бәхет нурҙарына сорнаһын. Байрам менән! Ҡотлау менән,Хәсәнова Э.С., мәктәп директоры.