Барығыҙға шуны әйтәм: — 8 июня 2026 г. в 18:46:46.462
Барығыҙға шуны әйтәм: Яҡшылыҡ булһын атығыҙ; Кеше булһын затығыҙ; Яманға юл ҡуймағыҙ, Яҡшынан баш тартмағыҙ! "Урал батыр" эпосы ҡуйылған темаһының мөһимлеге, алға ҡуйған идеяларының әһәмиәте, геройҙарының масштаблылығы, художество камиллығы менән башҡорт халыҡ эпосының иң аҫыл әҫәрҙәренең береһен тәшкил итә. Ул илебеҙ халыҡтары эпосы араһында ла иң күренекле урынды биләй. Шуға күрә лә 8 июнь - "Урал батыр" эпосы көнө тип билдәләнә. Беҙҙең мәктәптә лә ҡобайырға ҡарата сара үткәрелде. Уҡыусылар эпос тураһында белемдәрен арттырҙылар, һорауҙарға яуап бирҙеләр, һүрәттәр төшөрҙөләр.

