МОБУ СОШ д. Верхний Муйнак МР Зианчуринский район
Образование · 24 февраля 2026 г.
22 февраль Үрге Муйнаҡ мәктәбенең “Мәргән уҡсы” түңәрәге етәксеһе Әбделғужин Ирәндек Иҙ...
22 февраль Үрге Муйнаҡ мәктәбенең “Мәргән уҡсы” түңәрәге етәксеһе Әбделғужин Ирәндек Иҙел улы “Муйнаҡ батырҙың ҡышыҡы уйындары” исемле сара үткәрҙе . Сараның маҡсаты – тотош быуындар араһында бәйләнештәрҙе һәм хеҙмәттәшлекте нығытыу, халыҡты берләштереү, йәштәрҙе традицион халыҡ уйындарына йәлеп итеү, хәрәкәтле халыҡ уйындарын тергеҙеү, сәләмәт һәм әүҙем тормош позицияһы булдырыу. Сраны ойоштороуҙа уҡытыусылар ҙа ҙур ярҙам күрһәттеләр. Был көндө Муйнаҡ ауылының мәҙәниәт йорто алды һабантуй майҙанына әүерелде. Сарала ауыл халҡы ғына түгел , уҡыусылар ҙа иң әүҙемдәре булды. Уйындар бик күңелле һәм ҡыҙыу барҙы. Сарала ҡатнашыусылар уйындарҙа, бәйгеләрҙә көс һынашты, йырланы, бейене, милли аш-һыуҙан ауыҙ итте Уҡыусылар үҙҙәренең әүҙем, етеҙ булыуҙарын күрһәттеләр. Ошондай саралар балаларҙы үҫтерә, сыныҡтыра, ҡаршылыҡтарҙы еңергә өйрәтә, етеҙлекте, ҡыйыулыҡты камиллаштыра. Халыҡ уйындарының быуындан-быуынға тапшырылып, әлегә тиклем һаҡланып ҡалғандарына иғтибар итһәң, улар халыҡтың уҙған тормошон, культураһын, көнкүрешен күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итәлер. Халыҡ уйындарының әһәмиәтенә килгәндә, уларҙың йәш быуынды тәрбиәләүҙә тотҡан урыны баһалап бөткөһөҙ. Күмәк уйындар дуҫлыҡ, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләргә булышлыҡ итә. Шуға ла бындай уйындарҙы йыл әйләнәһенә ойоштороу бик урынлылыр.