Уҡыусыбыҙҙың һүрәте "Аманат" журналында! — 22 июня 2026 г. в 06:11:41.854
Уҡыусыбыҙҙың һүрәте "Аманат" журналында! Беҙҙең уҡыусыбыҙ Хәкимова Дарина “Күңелем сыңдары“ IX әҙәби-нәфис фестиваль-конкурсында 56 үҫмерҙәр араһынан “Нәфис ижад” йүнәлеше буйынса ҡатнашып еңеү яуланы. Уның "Ейәнсура районы тауҙары" исемле һүрәтен "Аманат" журналына баҫтырғандар. Был беҙҙең, уның өсөн бик шатлыҡлы яңылыҡ. Һинең менән ғорурланабыҙ, Дарина! Киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын һиңә!

