- се Этҡол урта мәктәбендә "Ҡояшҡай" лагеры өсөнсө көн эшләп килә. Бөгөн лагерҙа "Тыуға... — 11 июня 2026 г. в 17:46:52.952
- се Этҡол урта мәктәбендә "Ҡояшҡай" лагеры өсөнсө көн эшләп килә. Бөгөн лагерҙа "Тыуған илем - Рәсәй" исемле квест - уйын үткәрелде. Уйынды тәрбиәсе Вәлиә Зөбәйер ҡыҙы алып барҙы. Балаларға станциялар буйлап йөрөп, төрлө ҡаршылыҡтарҙы үтеп, иң күп мәрәй йыйырға кәрәк ине. Уйын барыһына ла бик оҡшаны. Шулай уҡ, балаларға төрлө ҡыҙыҡлы уйындар үткәрелде. "Тауышымды таны", "Музыкаль туҡталыш" тигән уйындарҙа балалар ихлас ҡатнаштылар. Был көндө лагерыбыҙға Өфө ҡалаһындағы М. Ғәфүри исемендәге академ театрҙың атҡаҙанған артисы Юнир Ҡоланбаев килеп китте. Уның менән осрашыу балалар өсөн ҙур мәртәбә булды.

