9 июнь көнө 1-се Этҡол урта мәктәбендә "Ҡояшҡай" мәктәп яны лагеры үҙ ишектәрен асты. Л... — 10 июня 2026 г. в 13:29:19.625
9 июнь көнө 1-се Этҡол урта мәктәбендә "Ҡояшҡай" мәктәп яны лагеры үҙ ишектәрен асты. Лагерҙа ике төркөм эшләй. Тәрбиәселәр Фәнисә Әмир ҡыҙы, Сәриә Йосоп ҡыҙы, Гөлсинә Рәүил ҡыҙы, Вәлиә Зөбәир ҡыҙы һәм лагерь начальнигы Гөлфиә Әнүәр ҡыҙы балалар өсөн төрлө саралар ойоштора. Лагерҙың беренсе көнөндә балаларға инструктаждар үткәрелде. Шулай уҡ, лагерҙың ҡағиҙәләре менән таныштылар. Балалар өсөн "Күңелле старттар" ярышы үткәрелде. Ял минуттарында шашка уйнанылар.

