18 июнь көнө 1- се Этҡол урта мәктәбенең "Ҡояшҡай" лагерында "Театр көнө" үткәрелде. Тә... — 18 июня 2026 г. в 15:15:04.474
18 июнь көнө 1- се Этҡол урта мәктәбенең "Ҡояшҡай" лагерында "Театр көнө" үткәрелде. Тәрбиәселәр Фәнисә Әмир ҡыҙы һәм Сәриә Йосоп ҡыҙы балаларға әкиәттәр тураһында ребустар, викторина һорауҙары тәҡдим итте. Һәр отряд йәрәбә буйынса әкиәттәр һайлап алды һәм сәхнәләштерҙе. Шулай уҡ, тәрбиәсе Вәлиә Зөбәйер ҡыҙы һәм Гөлсинә Рәүил ҡыҙы төрлө уйындар үткәрҙе.

