16 июнь көндө Б. Юлыев исемендәге 1-се Этҡол урта мәктәбенең "Ҡояшҡай" лагерында "Бейеү... — 16 июня 2026 г. в 13:02:57.360
16 июнь көндө Б. Юлыев исемендәге 1-се Этҡол урта мәктәбенең "Ҡояшҡай" лагерында "Бейеү көнө" үткәрелде. Клуб мөдире Миңғәлиева Рәғиҙә Шәфҡәт ҡыҙы балаларға бейеү нескәлектәрен өйрәтте. Уларға башҡорт көйҙәренә флешмоб бейеүен һалды. Шулай уҡ, тәрбиәселәр Гөлсинә Рәүил ҡыҙы, Фәнисә Әмир ҡыҙы балаларға төрлө интеллектуаль уйындар уйнатты.

