20 июнь көнө 1 - се Этҡол урта мәктәбенең «Ҡояшҡай» лагеры тәрбиәләнеүселәре Ғәҙелбай а... — 20 июня 2026 г. в 10:49:15.803
20 июнь көнө 1 - се Этҡол урта мәктәбенең «Ҡояшҡай» лагеры тәрбиәләнеүселәре Ғәҙелбай ауылына экскурсияға барып ҡайтты. Сәйәхәтебеҙҙең беренсе маршруты Ғәҙелбай ауылы мәсете булды. Мәсеттең муллаһы Ғүмәр Фәйзуллин балаларға хәҙистәр һөйләне, тәртипле булырға саҡырҙы. Осрашыу аҙағында балаларға күстәнәстәр таратты. Икенсе маршрут Йортбәков Рәис Рәсүл улының умарталығына булды. Рәис Рәсүл улы күп йылдар умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Өсөнсө маршрут үҙебеҙҙең мәктәбебеҙҙең уҡытыусылары Йортбәковтарҙың йәйләүе ине. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәсих Рәсүл улы һәм Гөлсинә Рәүил ҡыҙы оҙаҡ йылдар йылҡысылыҡ, ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнә. Уларҙың тырыш хеҙмәтен күреү, ҡымыҙ эшләү тәртибен үҙ күҙҙәрең менән күреү балаларға бик оҡшаны. Гөлсинә Рәүил ҡыҙы балаларға ҡымыҙҙы эшләү серҙәре менән таныштырҙы һәм уның шифаһы тураһында һөйләне. Шулай уҡ, балаларҙы ҡымыҙ менән һыйланы. Экскурсия аҙағында Быҙауосҡан ҡаяһына барып, уның тарихы менән таныштылар. Бөйөк Ватан һуғышына киткән ир - егеттәр үҙҙәренең исем - шәрифтәрен таштарға яҙып ҡалдырғандар. Балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән яҙыуҙарҙы уҡынылар. Бөгөнгө экскурсия балаларға бик оҡшаны, онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

