#Патриотическоевоспитание — 30 июня 2026 г. в 12:00:31.104
#Патриотическоевоспитание #МОБУСОШс1_Иткулово Шүлгәнташ мәмерйәһе - бар донъяла киң билдәле тәбиғәт ҡомартҡыһы. Беҙҙең мәктәп уҡыусыларын йыл һайын унда сәйәхәткә алып барыу, Ағиҙел буйында ял итеү, музейға экскурсия яһау - оҙайлы йылдар дауамында матур йолаға әйләнгән. Быйыл да 7-8-се класс уҡыусылары 2 көнлөк сәйәхәттә булып ҡайттылар, уларҙы класс етәкселәре һәм ата-әсәйҙәр оҙатып йөрөнө. Файҙалы һәм күңелле ял өсөн уҡыусылар һәм ата-әсәләр мәктәп администрацияһына һәм автобус водителе Һунарғолов Камил ағайға рәхмәт һүҙҙәре белдерә.

