Мәктәбебеҙ тормошонда иҫтәлекле һәм тантаналы ваҡиға! — 27 июня 2026 г. в 10:50:41.889
Мәктәбебеҙ тормошонда иҫтәлекле һәм тантаналы ваҡиға! Йылдар буйы барған ныҡышмалы хеҙмәт, белемгә ынтылыш үҙ емештәрен бирҙе. Быйылғы уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса беҙҙең уҡыусыларыбыҙ юғары ҡаҙаныштарға өлгәште: Моталлапова Әминә — уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн Алтын миҙал менән; Барлыбаева Алтынай — Көмөш миҙал менән бүләкләнде! Был ҡаҙаныш — уҡыусыларыбыҙҙың ғына түгел, ә уларға белем биргән уҡытыусыларҙың һәм һәр саҡ терәк булған ата-әсәләрҙең берҙәм хеҙмәт емеше. Ҡәҙерле миҙалсыларыбыҙҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә артабанғы тормош юлығыҙҙа ла ҙур уңыштар, бейек үрҙәр һәм һайлаған һөнәрегеҙ уңышлы булыуын теләйбеҙ. Мәктәбебеҙҙең ғорурлығы булып ҡалығыҙ!

