МОБУ СОШ с.1-е Туркменево МР Баймакский район РБ
Образование · 25 сентября 2026 г.
Төркмән мәктәбендә "Һаҡмар" гәзитенә яҙылыу ойошторолдо. Гәзиттең тоғро дуҫтары булара... — 25 сентября 2026 г. в 12:28:32.447
Төркмән мәктәбендә "Һаҡмар" гәзитенә яҙылыу ойошторолдо. Гәзиттең тоғро дуҫтары буларак коллектив менән яҙылыуҙы йөҙ процент менән үтәнек. Филиалдарыбыҙ ҙа ситтә ҡалмай, яҙылдылар. Шулай уҡ, һәр ваҡыт әүҙем булған ата - әсәләр ҙә ихлас яҙылды. Ғәҙәттәгесә, мәктәп директоры Зәһүрә Сәғәҙәт ҡыҙы әүҙем, өлгөлө ғаиләгә "Һаҡмар" ға яҙылып, бүләк итеп ҡыуандырҙы. Тағы ла бик әүҙем әсәйҙәрҙең береһе Гөлфирә Нурислам ҡыҙы ике ғаиләгә "Һаҡмар" бүләк итте. Күрһәткән изгелегегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Үҙегеҙгә лә изгелектәр яуһын, эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын. Һаҡмарҙарҙың килеүе лә юҡҡа түгел, гәзит биттәрендә, өлгөлө ғаилә һәм яҡшы уҡыусы тураһында мәҡәлә баҫыласаҡ.