Башҡортостандың өс университеты Рәсәйҙең иң яҡшы 100 вузы исемлегенә инде. — 17 июня 2026 г. в 06:09:24.839
Башҡортостандың өс университеты Рәсәйҙең иң яҡшы 100 вузы исемлегенә инде. Улар: Өфө нефть-техник, медицина, шулай уҡ Өфө Фән һәм технологиялар университеты. Белгестәр Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын илдең иң көслө юғары уҡыу йорто тип иҫәпләй. Икенсе урында Бауман исемендәге университет килә. Санкт-Петербург дәүләт университеты рейтингта өсөнсө баҫҡысҡа ҡуйылған.

