Загружаем публикацию…
Мы используем cookies для работы сайта и аналитики посещаемости. Подробнее в Политике обработки данных и Правилах.
Бөгөн, 8 июнь, Борай үҙәк район китапханаһында "Урал батыр" эпосы көнөнә арналған күркәм сара уҙҙы. Был байрам Башҡортостан Республикаһы башлығы указы менән булдырылды. Сарала балалар эпос буйынса һорауҙарға яуап бирҙе, төрлө уйындар уйнаны. Шулай уҡ бында төбәк- ара "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында ҡатнашып еңеү яулап ҡайтҡан уҡыусылар ҙа саҡырылған ине. Бына улар: Гран-при алыусы Борай 3-сө һанлы мәктәбе уҡыусыһы Әхмәтханова Эльза (етәксеһе Зимфира Әлфит ҡыҙы), "Яҡшы һөҙөмтәләре өсөн" номинацияһында еңеүсе Салҡаҡ мәктәбе уҡыусыһы Мөнирова Гөлназ (етәксеһе Әлмирә Хәләс ҡыҙы), призлы урын яулаусы Борай 1-се һанлы мәктәбенең театр төркөмө (етәкселәре Венера Мөҙәрис ҡыҙы, Айгөл Нәғим ҡыҙы, Рәмзиә Абдулғәни ҡыҙы) һәм иң кескәй ҡатнашыусы 2-се һанлы "Йәйғор" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Хәкимов Тимур (тәрбиәсеһе Алһыу Фәнил ҡыҙы). Улар сығыш яһап үҙҙәренең оҫталығы менән тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы. Район администрацияһы башлығы Рушан Ҡәҙим улы тарафынан еңеүсе балаларға сертификаттар булдырылды. Гран-при яулаусы Әхмәтханова Э. 10 меңлек, Мөнирова Г. 4 меңлек, Хәкимов Т. 2 меңлек, Борай 1-се һанлы мәктәбе төркөмөнә 4 меңлек сертификаттарҙы район Мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы, Борай районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Харисов Илгиз Зөфәр улы тапшырҙы.
ГАПОУ "Северо-Осетинский государственный торгово-экономический колледж"
МКОУ "Гусëвская СШ"
МБУДО ЦРТДиЮ г. Берёзовского
МАОУ Тугулымская СОШ № 26
МБОУ СОШ с. Костромское
МБДОУ д с №8 "Золотой ключик" г. Холмска
Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.