– Яңы быуынды тәрбиәләүгә үҙ өлөшөмдө индерә алыуым менән бәхетлемен. Балаларҙың мөмкин... — 27 июля 2026 г. в 04:53:52.553
– Яңы быуынды тәрбиәләүгә үҙ өлөшөмдө индерә алыуым менән бәхетлемен. Балаларҙың мөмкинлектеренән тыш әллә ниндәй математик һәләттәр талап итмәйем. Шул уҡ ваҡытта мәктәптән һуң уҡыусылар кем генә булмаһын, уларға һәр ваҡыт логик фекерләү, анализлау, сағыштырыу, һығымталар яһау, факттарҙы дөйөмләштереү һәләте кәрәк буласаҡ, – ти уҡытыусы. Ысынлап та уҡытыусының тырышлығы бушҡа үтмәй – мәктәпте тамамлаған уҡыусылары Венера Юлай ҡыҙын бөгөн дә онотмай, байрам һайын ҡотлап, хәлен белешеп торалар. Бер көн эсендә уҡытыусы эшен бар тулылығында асып бөтөп булмай, әлбиттә. Дәрестәр алып барыу, электрон дневник тултырыуҙан тыш, күҙгә күренмәгән эштәрен, уның араһында тикшереүҙәр, экскурсиялар, мәктәптәге сараларҙы күҙ уңында тотһаң, күпме көс түгелгәнен аңларға булалыр, моғайын. Ә тағын да ул, буш ваҡытында волейбол, шахмат уйнарға ярата. Шулай уҡ, Яңы Себенленең “Аҡ ҡалфаҡ” татар ансамблендә йырлай, бығаса бейеү коллективында ҡатнашҡан. Венера Бакирова был тормошта үҙ һөнәрен, үҙ урынын тапҡан, киң эрудициялы, юғары әхлаҡлы, бар яҡлап та уңған районыбыҙҙың уҡытыусыһы ул». Дилә ДӘҮЛӘТШИНА. ejansura.ru/news/m-ari... https://vk.ru/wall-209798410_7105

