🍦Бөгөн Бөтә донъя туңдырма көнө. Әйҙәгеҙ, уны өй шарттарында әҙерләп ҡарайыҡ. — 10 июня 2026 г. в 08:28:27.674
🍦Бөгөн Бөтә донъя туңдырма көнө. Әйҙәгеҙ, уны өй шарттарында әҙерләп ҡарайыҡ. ♦ Уны әҙерләү өсөн: 33%-лы 250 мл һөт өҫтө (сливки) ярты банка ҡуйыртылған һөт (сгущенное молоко) (300 грамлы банканың яртыһы), 1 ҡап ванилин кәрәк. ✅ Барыһын да миксер менән бик ҡуйы хәлгә килгәнсе күпертергә (ҡалаҡ баҫып торорға тҽйеш). Шул кремды ике вафля араһына һыларға. Аҙыҡ-түлек пленкаһы мҽнән төрөп, туңдырғысҡа ҡуйырға. Аштарығыҙ тәмле булһын!

