⚡️ Кисә республикала бер юлы ике кеше һыуҙа батып үлгән — 19 июня 2026 г. в 05:32:14.061
⚡️ Кисә республикала бер юлы ике кеше һыуҙа батып үлгән 📌 Беренсе осраҡ Дүртөйлө районының Күсергес ауылы янында булған. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты водолаздары Ағиҙел йылғаһынан 41 йәшлек ирҙең кәүҙәһен сығарған. 🤔 Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир менән ҡатын һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған урында ял иткән. Улар кәмәлә йөрөгән саҡта идараны юғалтып түңкәрелә һәм икеһе лә һыуға төшә. Ҡатындың ҡотҡарыу жилеты булған, шуға күрә ул йөҙөп сыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ире батып үлгән. Кәмәлә жилет булған, әммә ир уны файҙаланырға өлгөрмәгән. 📌 Икенсе фажиғәле осраҡ Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында теркәлгән. Һаҡмар йылғаһында һигеҙ йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһен сығарған. Фажиғә өлкәндәрҙең күҙ алдында булған: бала ҡарауһыҙ ҡалып, йыһазландырылмаған урында һыу ингән. 🏊 Йыл башынан Башҡортостандағы һыу объекттарында 31 кеше Һәләк булған, шул иҫәптән дүрт бала. 🚒 Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының иҫкәртә: кеше ғүмере – иң ҡиммәтлеһе. Зинһар, иғтибарлы булығыҙ! ❗️ Рәсми һәм йыһазландырылған пляждарҙа ғына һыу инегеҙ. 🚣 Кәмәлә булғанда, ярҙан ҡуҙғалып киткәнсе үк һәр ваҡыт ҡотҡарыу жилетын кейегеҙ. 👆 Бер ҡасан да балаларығыҙҙы секундҡа ла ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Автор: Р. Мусина. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.

