Бөгөн мәктәп яны майҙансығында ойошторолған лагерҙа ял итеүсе балалар, тәрбиәселәре м... — 4 июня 2026 г. в 11:38:05.757
Бөгөн мәктәп яны майҙансығында ойошторолған лагерҙа ял итеүсе балалар, тәрбиәселәре менән берлектә , « Урал батыр » эпосы буйынса төшөрөлгән йәнһүрәт ҡаранылар. «Урал батыр» эпосы — башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина — ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө. Ул үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан донъяла билдәле башҡа ошо жанр әҫәрҙәре менән бер кимәлдә тора. Эпоста халҡыбыҙ асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле итеп сағылдырылған. #ДеньэпосаУралбатыр2026 #Уралбатырэпосыкөнө2026

