🦟 Башҡортостанда миҙгел башланғандан алып 1347 кеше талпан ҡаҙалыуҙан зыян күргән — 15 мая 2026 г. в 11:11:09.925
🦟 Башҡортостанда миҙгел башланғандан алып 1347 кеше талпан ҡаҙалыуҙан зыян күргән Был уҙған йыл күрһәткестәренән меңгә аҙыраҡ. Зыян күреүселәрҙең 35% — балалар. Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә һәм уның филиалдарында талпандарҙы тикшереү өсөн ҡабул итеү пункттары эшләй. Уларҙың эш графигы менән ведомствоның рәсми сайтында танышырға мөмкин. Роспотребнадзор белгестәре халыҡҡа шәхси һаҡланыу сараларын үтәү кәрәклеген иҫкәртә. Тәбиғәткә сыҡҡанда һаҡлаусы саралар ҡулланырға, шулай уҡ ябыҡ кейем кейергә кәңәш ителә.

