Мәктәптә Ололар көнө: йөрәктәрҙе яҡынайтҡан байрам
Мәктәптә Ололар көнө: йөрәктәрҙе яҡынайтҡан байрам Бөгөн беҙҙең мәктәптә иң йылы һәм ихлас байрамдарҙың береһе — Ололар көнө үтте. Был көндө белем усағыбыҙ ихлас йылмайыуҙар һәм оло быуынға булған тәрән хөрмәт менән тулды. Уҡыусылар, уҡытыусылар һәм барлыҡ мәктәп коллективы ветеран уҡытыусыларҙы, һәм хаҡлы ялдағы хеҙмәткәрҙәребеҙҙе ҡаршы алды. Сценарий бик бай йөкмәткеле һәм йөрәккә үтеп инерлек итеп әҙерләнгәйне. Байрам ҡунаҡтары ла ситтә ҡалманы. Улар, үҙ сиратында, йәш быуынға мөрәжәғәт итеп, аҡыллы кәңәштәрен бирҙеләр, мәктәп йылдарын һағынып иҫкә алдылар һәм уҡыусыларға уҡыуҙарында уңыштар теләнеләр. Ололар көнө — ул бүләктәр һәм концерт ҡына түгел. Был — быуындар бәйләнешен нығытыу, тарихыбыҙға, тамырҙарыбыҙға тоғролоҡто раҫлау көнө. Бөгөнгө сара балалар күңелендә өлкәндәргә ҡарата игелек, ярҙамсыллыҡ һәм ихтирам хистәрен тағы ла нығытты. Бындай осрашыуҙар йышыраҡ булһын! Зирәклегегеҙ, сабырлыҡтарығыҙ һәм беҙҙең менән булғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә! Һау-сәләмәт булығыҙ, ҡәҙерле инәй-олатайҙар!