20 октябрь данлыҡлы башҡорт шағиры, яҙыусы һәм драматург Мостай Кәримдең тормошона һәм...
20 октябрь данлыҡлы башҡорт шағиры, яҙыусы һәм драматург Мостай Кәримдең тормошона һәм ижадына арналған «Йылдар эҙенән» интернет-викторинаһы үтте. Был сара шағирҙың бай мираҫын өйрәнеүгә, уҡыусыларҙың әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныуын арттырыуға һәм уның әҫәрҙәрен киң пропагандалауға йүнәлтелгән мөһим сара булып тора. Викторинала Йылайыр районының Матрай мәктәбе уҡыусылары ла әүҙем ҡатнашты. Мәктәп уҡыусылары Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижады буйынса төҙөлгән һорауҙарға әүҙем яуап биреп, үҙҙәренең белемдәрен һәм әҙәбиәткә һөйөүҙәрен күрһәтте.