2 май Әбйәлил районында Ҡужан ҡарағастары янында 2 D Һунарсы, традицион яндан уҡ атыу я... — 3 мая 2026 г. в 15:57:28.595
2 май Әбйәлил районында Ҡужан ҡарағастары янында 2 D Һунарсы, традицион яндан уҡ атыу ярышы ойошторолдо.. Беҙҙең мәктәптең 7 класс уҡыусыһы Кусеева Алина 14-17 йәшлектәр араһында 3 урын алды. Финал ярыштары бик көсөргәнешле барҙы. Был төр ярышта Алина тәүге тапҡыр ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, призлы урынды алыуға өлгәште. Тренеры Наил Әхмәдулла улын һәм Алинаны ҡотлайбыҙ, алдағы ярыштарҙа ла уңыштар теләйбеҙ. Ятып ҡалғансы- атып ҡал 🏹🎯🎉🎊💐🌟

