⚽ Футбол ярышы⚽ — 7 апреля 2026 г. в 14:23:49.376
⚽ Футбол ярышы⚽ ✨🏆✨🏆✨🏆 ✨ Бөгөн 2014- 2015 йылғы уҡыусылар араһында мини-футбол буйынса ярыш уҙҙы. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса иң күп мәрәйҙе беҙҙең егеттәр командаһы йыйып, алдынғылыҡты ҡулынан ысҡындырманы. Барлыҡ уйынды еңеп сыҡты һәм 1-се урынды лайыҡлы яуланы. Афарин егеттәр! Еңеүегеҙ менән ҡотлайбыҙ! Тренерҙары Азамат Динислам улы. 💫🏆💫🏆💫🏆💫 Азамат Динислам улы һәм чемпион егеттәребеҙҙе ҙур еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ! Һеҙгә дәрт һәм рух , ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешергә яҙһын, изге хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын! Киләсәктә лә яңы уңыштарға, бейек үрҙәргә, юғары һөҙөмтәләргә, ижади ҡаҙаныштарға мул булыуын теләйбеҙ!! 🎊🎊

