8 июль - Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө — 8 июля 2026 г. в 04:21:05.883
8 июль - Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө Һеҙҙе Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө – бишенсе тапҡыр билдәләгән яҡты, күңел байрамы менән ихлас ҡотлайым! Был көн һәр беребеҙ өсөн ысын мәғәнәһендә мөһим, сөнки иң ҡәҙерлеһе - туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙ. Ғаилә – иң ышаныслы терәк, кешенең эске донъяһы формалашҡан, өлкәндәргә ихтирам һәм Ватанға һөйөү тәрбиәләнгән нигеҙ ул. Тап ғаилә йолалары һәм ҡиммәттәре сәләмәт йәмғиәт һәм көслө дәүләт нигеҙендә ята. Был байрам көнөндә мин һеҙгә мөхәббәт, тоғролоҡ һәм яҡындарығыҙ тураһында хәстәрлек күреү кеүек төп ғаилә ҡиммәттәрен ғүмер буйына һаҡлауығыҙҙы теләйем. Йорттарығыҙҙа һәр саҡ ихласлыҡ, йылылыҡ һәм үҙ-ара аңлашыу хакимлыҡ итһен. Бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ, ғаилә усағын һүндермәгеҙ, балалар һәм ата-әсәләр хаҡында хәстәрлек күрегеҙ! Һәр ғаиләгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм татыулыҡ теләйем. Балаларыбыҙ республикабыҙҙың һәм бөтә илдең бәхетле һәм лайыҡлы граждандары булып үҫһен. Байрам менән һеҙҙе!

