Хәйерле көн хөрмәтле ауылдаштар, ата -әсәләр! — 19 июня 2026 г. в 10:51:01.750
Хәйерле көн хөрмәтле ауылдаштар, ата -әсәләр! Белеүебеҙсә йәйге каникул осоронда ситтә йәшәүсе ауылдаштарыбыҙ балаларын ауылға каникуга алып килеп өләсәйҙәренә, туғандарына ҡалдырып китәләр.Күптәре үҙ аллы йөрөйҙәр.Көндәр эҫе торғанда һыу инергә лә баралар. Кисәге көн Ниғөмәт ауылына өләсәһенә каникулга ҡайтҡан 8 йәшлек ҡыҙ бала һыуға батып мәрхүм булып ҡалған. Шуға күрә әгәр ҙә балаларығыҙ,ейән -ейәнсәрҙәргеҙ һыу инергә,йәки икенсе ергә барырға икән рөхсәтһеҙ йәки ҡарауһыҙ ебәрмәүегеҙ хәйерле булыр.Был ҡунаҡҡа килгән балалар өсөн генә түгел бөтәбеҙгә лә ҡағыла. Һаҡмар йылғаһы әле бысраҡ һәм батҡаҡ.Һыу инеү ҡәтғи рәүештә тыйыла.Беҙҙең Һаҡмар йылғаһында һыу инеү урыны юк.

