Хөрмәтле коллегабыҙ, балаларҙың яратҡан уҡытыусыһы, мәктәбебеҙҙең профсоюз лидеры ИШБИР... — 1 июля 2026 г. в 01:11:59.922
Хөрмәтле коллегабыҙ, балаларҙың яратҡан уҡытыусыһы, мәктәбебеҙҙең профсоюз лидеры ИШБИРҘИНА ВӘСИЛӘ ХӘБИБУЛЛА ҡыҙын алтын юбилейы уңайынан ҡайнар ҡотлайбыҙ. Вәсилә Хәбибулла ҡыҙы мәктәбебеҙҙең дәртле һәм егәрле уҡытыусыһы ул. Һәр ваҡыт алдынғы ҡарашлы, ауыр мәлдәрҙән, сетерекле хәлдәрҙән дөрөҫ кенә йырып сығыу юлдарын күрһәтеүсе, аҡыллы кәңәшсе, бөтә мәктәп сараларын оҫта ойоштороусы, ҡурҡмайынса район кимәлендәге профессиональ конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулаусы талантлы педагог булараҡ та билдәле. Шулай уҡ йыл һайын Вәсилә Хәбибулла ҡыҙы уҡытҡан химия һәм биология фәндәренән уҡыусылар күпләп ОГЭ һәм ЕГЭ- лар һайлай. Ҡайһы бала имтихандан ҡурҡа, шул Вәсилә Хәбибулла ҡыҙына күҙ терәп бара һәм имтиханды уңышлы тапшырып сыға! Был факт үҙе генә лә коллегабыҙҙың оҫталығын күрһәтеүсе ҡыҙыл флаг булып тора! Тимәк, ул балалар күңеленә юл таба белеүе менән бергә, үҙ предметын һәр баланың аңына етерлек итеп аңлатыу серҙәренә лә эйә. Бынан тыш, тормош иптәше Морат Борхан улы менән аҡыллы һәм матур балалар үҫтерҙеләр, гөрләтеп ауыл биләмәһенең йәме булып йәшәйҙәр. Хөрмәтле коллегабыҙ тырыш һәм һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн БР мәғариф министрлығының Почет грамотаһы, район мәғариф бүлегенең, район советының, администрацияһының күп һандағы маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Вәсилә Хәбибулла ҡыҙына артабан да уңыштар, ғаилә именлеге, балалар ҡыуанысы теләйбеҙ. Йөрәгеңдә булған дәртең һүнмәһен, һүрелмәһен, Аллаһы тәғәлә насип иткән ғүмереңдең һәр минутын ҡәҙерләп, тәмләп, һаулыҡта- байманлыҡта рәхәтләнеп йәшәргә насип итһен тигән изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ихтирам менән, Ярат урта мәктәбе коллективы.

