Бөгөн Ярат ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙарының береһе, өс матур ҡыҙҙар әсәһе, ышаныслы торм...
Бөгөн Ярат ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙарының береһе, өс матур ҡыҙҙар әсәһе, ышаныслы тормош юлдашы, Ярат урта мәктәбе директоры хөрмәтле коллегабыҙ Юлдашбаева Миләүшә Азамат ҡыҙының 55 йәшлек күркәм юбилейы. Бала саҡтан тырыш, маҡсатлы ҡыҙ Рәми Ғарипов исемендәге интернат-мәктәпте тамамлап, Сибай педагогия училищеһында ,,Башланғыс кластар уҡытыусыһы'' йүнәлеше буйынса белем алып, Йәрмөхәмәт мәктәбендә эш башлай. Ярат ауылы егете Юлдашбаев Фәрит Һөйөндөк улы менән ғаилә ҡоралар, коллегабыҙ хеҙмәт юлын Ярат мәктәбендә дауам итә, ситтән тороп юғары белем ала. Дөйөм педагогик стажы ҙур булған уҡытыусы бик күп баланы хәреф танырға, уҡырға, яҙырға өйрәтә, тормошта үҙ юлдарын дөрөҫ табырға ярҙам итә. Уҡыусылары күп тапҡырҙар район, республика олимпиадалары һәм конкурстары еңеүселәре, призерҙары булдылар. Үҙ эшен, балаларҙы яратҡан Миләүшә Азамат ҡыҙын уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә, уҡыусылар ҙа хөрмәт итә. Ул -,,Рәсәй Федерацияһының почётлы мәғариф хеҙмәткәре'', ,,Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы'',юғары категориалы уҡытыусы. Коллегабыҙ ауыл, район тормошондағы сараларҙа әүҙем ҡатнаша,МХО-лағы яугирҙәргә ярҙам ебәреүгә тос өлөш индерә. Бөтмәҫ мәктәп эштәренән тыш, гөрләтеп донъя ла көтә. Бөгөн тормош ике ,,5''-ле ҡуйған Миләүшә Азамат ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, ғаиләһенә именлек, эшендә уңыштар, барлыҡ уй-ниәттәренең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Ҡотлау менән-мәктәп коллективы.