Бер фәҡир кеше Аллаһтан һораған: — 30 мая 2026 г. в 14:37:26.808
Бер фәҡир кеше Аллаһтан һораған: - Мин ниңә шундай хәйерсе? Аллаһ: -Башҡаларға бирергә өйрәнмәгәнһең,- тигән. Хәйҽрсе: -Үҙемдә булмағанды башҡаларға нисек бирәйҽм? Минең бер нәмәм дә юҡ бит,- тигән ул. Аллаһ әйткән: - Яңылышаһың. Һинең бер нисә ҡиммәтле әйберең бар: йылмайыу бүләк итҽрҙәй йөҙөң, матур һүҙ һөйләй алырҙай телең. Йөрәгеңдә башҡаларға ла урын таба алыр инең. Әйләнә-тирәләгеләргә яғымлы итеп ҡарай алырлыҡ күҙҙәрең, кешегә изге ғәмәл ҡыла алырлыҡ ҡул-аяҡтарың бар. Ысынында бер кеше лә хәйерсе түгел: йыш ҡына аҙҙан да күңел була. Йылмайып ҡараған кеше янында күңел тыныслана. Юҡҡа ғына, йылмайыу-саҙаҡа тимәгәндәр. Мәғәнәле һүҙ, хәйерле һөйләм дә йән аҙығы. Ҡайһы берәүҙәрҙең ауыҙына ғына ҡарап торғо килә. Аҡыллы кешенең кәңәштәре - алтындан да ҡәҙерле байлыҡ. Байлыҡ - бер айлыҡ, ти халыҡ. Аҡса, мөлкәт бөгөн бар - иртәгә юҡ. Иң мөһиме, рухи хәйерселектән Аллаһ һаҡлаһын. Күңелдә бушлыҡ булмаһын. Кешеләргә ҡарата игелекле, мәрхәмәтле булып йәшәргә яҙһын🤲 Ә.Имамова фотоһы.

