✨ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика мосолмандарын Ҡорбан байрамы менән тәбр... — 27 мая 2026 г. в 12:42:17.337
✨ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика мосолмандарын Ҡорбан байрамы менән тәбрикләне 🔷 - Хөрмәтле Башҡортостан мосолмандары! Исламдағы мөһим байрамдарҙың береһе - Ҡорбан байрамы уңайынан ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ. ♦Тормош нисек кенә үҙгәрмәһен, традицион ҡиммәттәр беҙҙең өсөн мәңгелек булып ҡала. Беҙ ата-олатайҙарыбыҙ ҡушҡанса йәшәйбеҙ: туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ тураһында хәстәрлек күрәбеҙ, мохтаждарға ярҙамға киләбеҙ, Ватан һағына баҫабыҙ. 🔶 Һәр заманда ла Башҡортостандың мосолман өммәте дини белем биреү үҫешенә, республикабыҙ халыҡтары араһында үҙ-ара ихтирамды, йылы мөнәсәбәтте нығытыуға ҙур өлөш индерә. Дин әһелдәренең нәсихәттәре һынауҙарҙы үткәндә беҙгә рухи көс бирә. 🔷Был изге көндәрҙә туғандарыбыҙҙың һәм яҡындарыбыҙҙың, беҙҙең һаҡсыларыбыҙҙың һаулығы, республикабыҙҙың һәм дөйөм йортобоҙ Рәсәйҙең именлеге, сәскә атыуы өсөн доғаларыбыҙ менән Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт итәбеҙ. ♦Башҡортостандың мосолман ойошмаларына йәмәғәт тормошонда һәм йәштәрҙе тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашҡандары, махсус хәрби операция яугирҙәренә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына рухи һәм гуманитар ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. 🔶 Һеҙҙең ғаиләләрегеҙҙә һәр ваҡыт мөхәббәт һәм татыулыҡ булһын, йорттарығыҙ балаларҙың шат тауышына тулһын! Ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ һәм иң изге теләктәр теләйем! – тиелә ҡотлауҙа. ✅Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

