Муниципальное бюджетное дошкольное образовательное учреждение "Детский сад общеразвивающего вида "Миляш" с.Кашкарово"
Образование · 21 апреля 2026 г.
“Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсының район этабы үтте. — 21 апреля 2026 г. в 04:33:25.310
“Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсының район этабы үтте. Әкиәтселәр мәктәбен үҫтереү, донъя халыҡтарының ижадының иң яҡшы өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу, балаларҙың шиғри һәм импровизаторлыҡ һәләтен үҫтереү маҡсатында “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсының район этабы үтте. «Миләш» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре туған телдә ҡуйған әкиәттәр аша барыбыҙ ҙа сихри әкиәт донъяһына сәйәхәткә барғандай тойолдо. Һәр ҡатнашыусының оҫта ролгә инеуе, костюмдары, сәхнә биҙәлеше,үҙҙәрен сәхнәлә тотошо- әҙерлек кимәленең юғары булыуын күрһәтте. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса: "Миләш" балалар баҡсаһы «Шаяндар» төркөмө тәрбиәләнеүселәре "Буре һәм кәзә бәрәстәре" әкиәтен сәхнәләштереп Гран-при яуланы (Тәрбиәсеһе:Дәүләткильдина Г. Х.) «Ҡолонсаҡтар» төркөмө тәрбиәләнеүселәре "Шалҡан" әкиәтен сәхнәләштереп 3 урынға сыҡты (Тәрбиәсеһе:Шаяхметова Г. И.) Шулай уҡ, баҡсабыҙ «Зөһрә ҡыҙ» әкитенә ИИ ярҙамында буктрейлер эшләп 2 урын яуланы (Тәрбиәсе:Дәүләткильдина Г. Х.) Ҡотлайбыҙ #Зилаирскийрайон #ҺаумыҺаумыӘкиәт2026

