Муниципальное бюджетное учреждение музей З. Биишевой
Без категории · 18 мая 2026 г.
✏ШАҒИР ҺҮҘЕ — 18 мая 2026 г. в 03:08:08.115
✏ШАҒИР ҺҮҘЕ Баязит БИКБАЙ Ерҙә кеше һөйәгенән Убалар үҫкән… Тел – тере шишмә - үлмәгән, Бөгөнгә еткән! Шул тел менән тыуҙым, үҫтем, Торам бөгөн дә. Аңлай мине ғәзиз халҡым Туған телендә. Минең телем – тыуған ерем, Әсәм тауышы, Халҡымдың бай хазинаһы, Таҙа намыҫы! Ерҙә халыҡ йәшәй икән,- Теле лә йәшәй! Телен асҡанда һәр бала Әйтәсәк «Әсәй!». Мин сикһеҙ хөрмәт итәмен Халҡымдың телен, Ә кем уны һанға һуҡмай, Хурлай тик үҙен!.. #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #башҡорттеле #шиғриәт

