🌸🥰Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән! Йортоғоҙ мөхәббәткә һәм китаптарға тулы бу... — 8 июля 2026 г. в 05:48:01.880
🌸🥰Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән! Йортоғоҙ мөхәббәткә һәм китаптарға тулы булһын! Ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ, хөрмәтле дуҫтар! Башҡортостан Милли китапханаһы һеҙҙе бар йөрәктән яҡты, нурлы байрам менән ихлас күңелдән тәбрикләй! Ғаилә – ул төп таяу, тормош һынауҙарынан, яуҙарынан ҡайтып ышыҡланыр, көс туплар урын. Тап яҡындарыбыҙ янында беҙ изгелеккә, бер-беребеҙҙе хөрмәт итергә, мәңгелек ҡиммәттәрҙе һәм күркәм йолаларҙы ҡәҙерләргә өйрәнәбеҙ. Шул йолаларҙың береһе – ғаилә менән китап уҡыу. Балаларға йоҡлар алдынан әкиәт уҡыу, йәки сәй тәмләй-тәмләй яратҡан әҫәрҙәр хаҡында тәьҫораттар менән уртаҡлашыу, бергәләп китаптар артынан китапханаларға йөрөу булһынмы – быларҙың барыһы ла ғаилә ағзаларының үҙ-ара татыулығын һәм хистәрен нығыта, ғүмер буйы һағынып иҫләрлек яҡты хәтирәләр тыуҙыра. Был байрам көнөндә беҙ һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, тыныс күк йөҙө, татыулыҡ теләйбеҙ! Бергә-бергә йәшәгән ғүмерегеҙ күркәм, ҡыҙыҡлы, килеп-килеп ҡат-ҡат уҡырлыҡ китапҡа оҡшаш булһын! Милли китапхана ишеге һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт асыҡ, яңы белем, ҡыҙыҡлы тарих, йән йылыһы алам тиһәгеҙ, ғаиләгеҙ менән рәхим итегеҙ! Бер-берегеҙҙе ҡәҙерләгеҙ, яҡшы китаптарҙан айырылмағыҙ! 🥰С Днем семьи, любви и верности! Пусть в вашем доме всегда живут любовь и хорошие книги! Дорогие читатели, уважаемые друзья! Национальная библиотека Республики Башкортостан от всей души поздравляет вас со светлым и трогательным праздником — Днем семьи, любви и верности! Семья — это наша главная опора, неиссякаемый источник вдохновения и тихая гавань, где всегда царят понимание и забота. Именно в кругу родных мы учимся добру, уважению и передаем из поколения в поколение самые важные ценности. Одной из таких прекрасных традиций во все времена было семейное чтение. Книга, прочитанная вместе с детьми перед сном, уютные вечера за обсуждением любимых романов или совместный поход за новыми изданиями — всё это объединяет, сближает и создает те самые бесценные воспоминания, которые остаются с нами на всю жизнь. В этот праздничный день мы искренне желаем вам и вашим близким крепкого здоровья, мира, согласия и бесконечного уюта. Пусть ваша совместная жизнь будет похожа на добрую, мудрую и увлекательную книгу, страницы которой хочется перечитывать снова и снова! Двери нашей библиотеки всегда открыты для вас. Приходите к нам целыми семьями — за новыми знаниями, интересными историями и душевным теплом. Берегите друг друга и читайте хорошие книги!

