#ИҪКӘАЛАЙЫҠ — 11 июля 2026 г. в 05:33:48.636
#ИҪКӘАЛАЙЫҠ Бөгөн яҙыусы, республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөлфәр Фазыл улы Хисмәтуллин тыуған көн (1923-1983) Зөлфәр Фазыл улы Хисмәтуллин Белорет районының Сермән ауылында тыуған. Белорет металлургия техникумын тамамлап, заводта эшләй башлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Өфөлә пехота училищеһенда уҡығандан һуң фронтҡа ебәрелә. Рота командиры вазифаһында Мәскәүҙән Берлинға тиклем һуғыш юлы үтә, биш тапҡыр йәрәхәт ала. Һуғыштан һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый, төрлө йылдарҙа “Совет Башҡортостаны”, “Ленинсы” гәзиттәрендә, “Һәнәк” журналында эшләй. 1983 йылдың 6 апрелендә вафат була. II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. БР Милли әҙәбиәт музейы фондында Зөлфәр Хисмәтуллиндың 1945 йылда бирелгән Ҡыҙыл Йондоҙ орденына 1943 йылда тәҡдим ителгән награда ҡағыҙы (наградной лист) һаҡлана. #фондНЛМРБ #БР_Миллиәҙәбиәтмузейы #НациональныйлитературныймузейРБ #экспонатНЛМРБ #литмузей #Победа80 #годЗащитникаОтечества #писателифронтовики #яугиряҙыусылар

