📝 К нам поступил такой отзыв на спектакль «Аҡһаҡ» («Хромой»).
📝 К нам поступил такой отзыв на спектакль «Аҡһаҡ» («Хромой»). Благодарим нашу зрительницу Зульфиру Карагужеву-Муратшину, а вам, друзья, напоминаем, что ближайший показ спектакля состоится 23 октября в 19:00. 🎟️Билеты уже в продаже: https://vk.cc/cTXUJ2 Ике апайым менән Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына "Аҡһаҡ" тип аталған спектакль ҡарарға барҙыҡ. Еңел спектакль түгел, әммә тәрән мәғәнәле, уйланырға мәжбүр итә. Йәшәү мәғәнәһе тураһында ул. Уйланырға мәжбүр итерлек итеп уйнаған актёрҙарға афарин! Улар уйнамай, шул донъяла йәшәй кеүек. Ул билдәле шәхестәребеҙ, араһында төп ролдәрҙе уйнаған Аҡһаҡ - Башҡортостандың халыҡ артисы Нәғим Нурғәлин һәм уның күңел терәге булған Өй эйәһе - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов.- беҙҙең талантлы яҡташтарыбыҙ. Был спектаклгә мин икенсе тапҡыр барҙым, ауылдан ҡунаҡҡа килгән иң өлкән Фәнзилә апайым был театрға тәүге тапҡыр барҙы, ә Әлфинә апайым йышыраҡ йөрөй. Һеҙҙең иғтибарға Әлфинә апайымдың ватсаптағы статусын (беренсе фото) тәҡдим итәм, ул унда бер абзацта был сәхнә әҫәрен бик дөрөҫ итеп асып һалған, минеңсә. Миңә ҡалһа, әҙер театральный критик, мөмкин ошо йүнәлештә өҫтәмә белем алырға. Театрҙар менән хеҙмәттәшлек итергә мөмкин. Бигерәк тә, хәҙерге ваҡытта был өлкәлә белгестәр етешмәгән мәлдә (әҙәби тәнҡиттә лә шул уҡ хәл). Дөрөҫөн әйткәндә, бер ваҡытта ла ул өлкәләрҙә саманан тыш артыҡ белгестәр булмаған. Хәҙер бигерәк тә ҡытлыҡ кисерә был өлкә. #воспитаниекультурой