Өфөлә халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнөнә арналған саралар үтте
Өфөлә халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнөнә арналған саралар үтте Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына-107 йыл. Ошо уңайҙан республика район-ҡалаларында бөйөк әҙиптең тормош юлы һәм ижадына арналған ғилми-ғәмәли конференциялар, хәтер кисәләре үтте. Әҙиптең исемен йөрөткән Милли йәштәр театрында Мостай декадаһы старт алды. Төп сара шағирҙың Өфөләге һәйкәле янында уҙҙы. Унда баш ҡала хакимиәте етәкселеге, шағирҙың туғандары, ҡәләмдәштәре, уның ижадын һөйөүселәр ҡатнашты. Тантанала Мостай Кәрим исемендәге фондтың быйылғы лауреаттары тәбрикләнде.