Мамонт балаһы Люба Башҡортостан Милли музейында йәнә күргәҙмәгә ҡуйылды
Мамонт балаһы Люба Башҡортостан Милли музейында йәнә күргәҙмәгә ҡуйылды Мамонт балаһы Люба йәнә Өфөлә. Башҡортостан Милли музейында «40 мең йәй һәм ҡыш. Мамонт балаһы Любаның оҙон йоҡоһо» тигән күргәҙмә асылды. Экспонат Ямал-ненец автономиялы округынан килтерелгән. Мәңгелек боҙҙа ятҡан мамонт балаһы 2007 йылда табыла. Үҙенсәлекле табышҡа болансы Юрий Худи юлыға һәм ҡатыны хөрмәтенә уны Люба тип атай. Экспонаттың яҡшы һаҡланыуы ғалимдарға мамонттар дәүерен ентекле өйрәнеү мөмкинлеге биргән, яңы асыштарға килтергән. Любаға бер ай тирәһе, ә геологик йәше 42 мең йылдан ашыу.