1 сентябрь - Белем көнө менән! — 1 сентября 2026 г. в 11:43:17.929
1 сентябрь - Белем көнө менән! Хөрмәтле уҡытыусылар һәм ата-әсәләр, ҡәҙерле балалар! Белем көнө – яңы уҡыу йылы башланыу менән ихлас ҡотлайбыҙ! Белем көнө, бала саҡ хәтирәһе булып, һәр беребеҙҙең күңел түрендә һаҡлана торған көн ул. Ап-аҡ таҫма бәйләгән, ҡулдарына кескәй портфель тотҡан уҡыусылар тәүге тапҡыр белем йорто тупһаһына аяҡ баҫа, беренсе уҡытыусылары менән осраша, көмөш ҡыңғырау тауышын ишетә. Яңы уҡыу йылында балалар яңы белемдәр туплаһын, ҡыҙыҡһынып уҡыһын, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшһен! Ата әсәләргә сабырлыҡ, түҙемлек, уҡытыусылар менән уртаҡ тел табып, бер йүнәлештә атларға, эшләргә яҙһын! Балаларығыҙ тик һәйбәт оценкалар һәм уңыштары менән һөйөндөрөп торһондар! Алтын көҙ, Яңы уҡыу йылы менән һеҙҙе, ДУҪТАР!!!

