17 апрель көнө бөтә донъяла йыл һайын үткәрелеп килгән Халыҡ - ара башҡорт теленән дикт... — 18 апреля 2026 г. в 03:25:06.276
17 апрель көнө бөтә донъяла йыл һайын үткәрелеп килгән Халыҡ - ара башҡорт теленән диктант акцияһына беҙҙең мәктәп уҡыусылары уҡытыусылары менән берлектә дәррәү ҡушылды. Үҙ теленә битараф булмаған, уға хөрмәт менән ҡараған балалар диктант яҙҙылар. Башҡорт теленән халыҡ -ара диктант - ул белем тикшереү генә түгел, ә туған телгә һөйөү, ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында үткәрелгән акция. Бөгөнгө көндә телде һаҡлау, үҫтереү, байытыу өсөн иғтибарҙы айырыуса көсәйтергә тейешбеҙ. Киләсәктә лә бындай саралар дауам итер һәм шулай уҡ барыбыҙ ҙа әүҙем ҡатнашырбыҙ тип уйлайым.

