«Аҡ сәскә» һәм «Аҡбуҙат» төркөмдәрендә тәбиғәт темаһына арналған «Тәбиғәт тураһында» ти... — 17 августа 2026 г. в 04:37:11.511
«Аҡ сәскә» һәм «Аҡбуҙат» төркөмдәрендә тәбиғәт темаһына арналған «Тәбиғәт тураһында» тип аталған уйынлы сәйәхәт ойошторолдо. Осрашыу балалар баҡсаһы эргәһендәге ял итеү майҙансығында үткәрелде. Сара барышында балалар менән йәй айы тураһында әңгәмә алып барылды, уның матурлығы, билдәләре хаҡында һөйләшкәс, «Экологик калейдоскоп», «Йомаҡтар» һәм «Һүрәтте йый» тип аталған конкурстарҙа үҙ белемдәрен барланылар кескәйҙәр. «Бул ихтибарлы», «Ҡармаҡлау» уйындарында балалар ихлас ҡатнаштылар.

