Һыу һәм һауа - йәнгә - сихәт, тәнгә - дауа. — 10 августа 2026 г. в 11:49:52.207
Һыу һәм һауа - йәнгә - сихәт, тәнгә - дауа. Беҙҙең «Аҡ сәскә» һәм «Аҡбуҙат» төркөмө балалары менән һауа-һыу процедураларын даими үткәреү — сәләмәт быуын нигеҙе булып тора. Һыу процедуралары (ҡойоноу, массажлы юл) — был: · Организмды нығыта · Аяҡ-ҡул ҡан әйләнешен яҡшырта (бигерәк тә массажлы келәмдәр); · Нервы системаһын тынысландыра; · Балаларҙы көндәлек режимға өйрәтә. Һауа ванналары иһә: · күҙәнәктәрҙе терелтә; · Тын алыу системын көсәйтә; · Йоҡоно һәм ашҡаҙанды яҡшырта. Был көн балалар өсөн файҙалы һәм күңелле үтте.

