17 апрелдә Башҡортостан Республикаһында Милли кейем көнө билдәләнә. — 14 апреля 2026 г. в 13:01:48.414
17 апрелдә Башҡортостан Республикаһында Милли кейем көнө билдәләнә. Был байрам йылына ике тапҡыр — апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында үткәрелә. Был датаның төп маҡсаты булып Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү тора. Милли кейемдәр – кейем генә түгел, ә быуындан-быуынға тапшырыла килгән тарих, традициялар һәм рухи мираҫ символы. Һәр костюм халыҡтың характерын һәм донъяға ҡарашын күрһәтә: биҙәктәр һәм орнаменттар тәрән мәғәнәгә эйә, төҫтәр кәйефте һәм ҡиммәттәрҙе сағылдыра, ә үҙенсәлекле элементтар танылып торған символдарға әүерелә. Был датаға ҡарата быйыл да төрлө саралар планлаштырылған. Мәҫәлән, “Мин милли кейемдә уҡыйым” акцияһы, милли кейемдәр күргәҙмәһе, кластан тыш саралар. Бөтәгеҙҙе лә был сарала әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ! #учусьвнациональномкостюме, #милликейемдәуҡыйбыҙ, #МиллиКейемКөнө2026, #ДеньНациональногоКостюма2026

