8 июнь - "Урал батыр" эпосы көнө. — 7 июня 2026 г. в 11:36:14.231
8 июнь - "Урал батыр" эпосы көнө. Беҙҙең лагерҙа башҡорт халыҡ ынйыһы – “Урал батыр” героик эпосына арналған ысын мәғәнәһендә тылсымлы һәм әһәмиәтле саралар үтә. Тәрбиәселәр балалар өсөн мауыҡтырғыс һәм бай программа әҙерләне. Тәүҙә балалар мәктәп китапханаһына юлланды. Китапханасы Гүзәл Вәкил ҡыҙы эпостың яҙылыу тарихы тураһында һөйләне, төп геройҙары менән таныштырҙы. Балалар әҫәрҙән өҙөктәр тыңланылар, китаптар күргәҙмәһе менән таныштылар. Артабан балалар тамашасылар залында легендар әҫәр мотивтары буйынса төшөрөлгән йәнһүрәтте ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡаранылар. Һуңынан “Йәйге буяуҙар” түңәрәгендә эпостың төп геройҙарын, әҫәрҙән ҡайһы бер эпизодтарҙы үҙҙәренең һүрәттәрендә сағылдырҙылар. Тамырҙарыбыҙҙы һәм халыҡ ижадының бөйөк өлгөләрен белеү балаларыбыҙҙы ысын Урал батыр кеүек аҡыллы, изгелекле һәм көслө итер тип ышанабыҙ. #ДеньЭпосаУралБатыр2026 #УралБатырЭпосыКөнө2026

