Иштәкбаева Элина һәр яҡлап талантлы уҡыусы. Ул 3 -се һанлы Полилингваль күп профилле... — 15 июня 2026 г. в 07:23:24.620
Иштәкбаева Элина һәр яҡлап талантлы уҡыусы. Ул 3 -се һанлы Полилингваль күп профилле Акъяр мәктәбенен 9В полиция класында уҡый. Үҙенең иплелеге, тыныс холоҡло, тырыш булыуы менән айырылып тора. Йыл һайын башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһының муниципаль этабында ҡатнаша һәм призлы урыдар яулай. Былтырғы уҡыу йылында федераль исемлеккә ингән башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһында ҡатнашып, “Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ” номинацияһына лайыҡ булды. Быйыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала ҡатнашып призер булды һәм Мәғариф министрлығының дипломы менән бүләкләнде. Элина шулай уҡ программалаштырыу, компьютер анимацияһы менән ҡыҙыҡһына, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулай. Элинаның тағын да бер яратҡан шөғөлө – ул һүрәт төшөрөү. Был өлкәлә лә ул бик күп уңыштарға өлгәшеп тора. #ГЕРОИ_КАМПАНИИ_ГИА

