Милли кейемдәр көнө — ул мәктәп тормошонда иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға. Бындай саралар балалар...
Милли кейемдәр көнө — ул мәктәп тормошонда иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға. Бындай саралар балаларҙа үҙ халҡының тарихына, мәҙәниәтенә һәм ғөрөф-ғәҙҙәттәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята, уларҙың күңелендә ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләй. Ошо байрам айҡанлы 5 «А» синыфы Илшат Садыҡ улынан уҡтан атыу оҫталыҡ дәресе алырға барҙы. Илшат Садыҡ улы балаларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә төшөндөрҙө, уҡ атыу серҙәре үҙенсәлектәрен аңлатты, инструктаж үткәрҙе һәм артабан балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡтан атып ҡаранылар һәм Илшат Садыҡ улына рәхмәт әйтеп таралыштылар.