Уңышлы булыуҙың сере нимәлә? Уңышлы сәйәсмән һәм уның өсөн ниндәй ғәҙәтле булыу мөһим?... — 2 мая 2026 г. в 19:41:02.038
Уңышлы булыуҙың сере нимәлә? Уңышлы сәйәсмән һәм уның өсөн ниндәй ғәҙәтле булыу мөһим? Тап ошо һорауҙарға яуап эҙләп беҙҙең мәктәптең йәш шайморатовсылары район хакимиәте башлығы Шәрипов Рөстәм Динислам улына мөрәжәғәт итте. Профориентацион тәрбиә биреү маҡсатында ойошторолған түңәрәк өҫтәл артында уҡыусылар район башлығы менән алып барылған асыҡтан-асыҡ һөйләшеү ваҡытында күп һорауҙарға яуаптар алдылар. Рөстәм Динислам улы һәм мәктәбебеҙ директоры Рөстәм Насырйән улы командалары араһында уҙғарылған эшлекле уйын мәлендә балалар профессиялар даирәһе киңлегенә байҡау яһаны. Йәнле әңгәмәне йомғаҡлап Рөстәм Динислам улының:" Тормошта һәр ваҡытта маҡсатығыҙ булһын, маҡсатһыҙ кеше уңышҡа өлгәшә алмай"- тигән кәңәше һәр кемдең күңелендә ныҡлы урын алды.

