#Халыҡтарберҙәмлегейылы — 27 апреля 2026 г. в 06:11:37.218
#Халыҡтарберҙәмлегейылы Хәйбулла районының 1-се һанлы Аҡъяр мәктәбе уҡыусылары Әбйәлилдә <Урал батыр> эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсының зональ этабында ҡатнаштылар. Урал батырға Яйыҡ(Юнысов Линар), Нөгөш(Сабитов Раян), Иҙел(Солтанов Данияр), Шүлгәндең Һаҡмар(Ҡасҡынов Нурсолтан) исемле улдарының ярҙамға килеүен сәхнәләштерҙек. Автор ролендә (Күсәков Айназ) һөйләне. Ҡурайҙа 7ш класс уҡыусыһы Ишимов Нил оҫта уйнаны. Тауыш операторыбыҙ Исмәғилев Айҙар, декорацияны кәрәкле мәлдә өйрөлтөп тороусы һәм халыҡ ролендәге(Алсынов Ислам, Асҡаров Эрик)егеттәрҙең барыһы ла уңғандар! Афариндар! Балаларҙың ата-әсәләренә, мәктәп директоры Юнир Юлай улына, Рәмил Мөхәмәтйән улы һәм уның ярҙамсыларына, районыбыҙҙың ҡоролтай рәйесе Илүзә Таһир ҡыҙы Кәримоваға, Миңзифа Ибраһим ҡыҙына ,Ғәлиә Әхмәт ҡыҙына, Зөфәр Ғәббәс улына, Рифат Күскилдинға,Венер Салауатовҡа, мәғариф идаралығы етәксеһе Айгөл Фәрит ҡыҙына, коллегам Дилбәр Абрар ҡыҙына, Сөмбөл Рафаэль ҡыҙына һәм баннер эшләүсе егеттәр Наил менән Айгизгә ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

