«Урал батыр» эпосы — ул тик әҙәби әҫәр генә түгел, ә башҡорт халҡының быуындан-быуынға ... — 19 августа 2026 г. в 16:18:01.385
«Урал батыр» эпосы — ул тик әҙәби әҫәр генә түгел, ә башҡорт халҡының быуындан-быуынға күсеп килгән рухи хазинаһы. Ошо ҡомартҡыға ҡарата уҡыусыларҙа һөйөү, ихтирам тәрбиәләү, уларҙың милли үҙаңын нығытыу һәм башҡорт халҡының бай мәҙәниәте менән яҡындан таныштырыу маҡсатында, 1-се һанлы Акъяр урта мәктәбендә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, ата-әсәйҙәр,(спонсорҙар - Сынбулатова НайләТаһир ҡыҙы, Сөләймәнова Флюра Ғәйфулла ҡыҙы, Рәхмәтов Вилдан Ғиззәт улы) тарафынан "Урал батыр" эпосына арналған мөйөш булдырылды. Был тематик мөйөш уҡыусыларға халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыһын тәрәнерәк аңларға, өйрәнергә, яратырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ!

